Трамвай. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Трамвай



Трамвай бит
нәҡ үгеҙ,
Башында -
ҙур мөгөҙ.
Тик һөҙә
белмәй ул,
Эҙәрләп
елмәй ул.
Мөгөҙө
бәйлесе,
Ебәрмәй
рельсы.
Әммә тик
ҡуҙғалһа,
Сәфәргә
юл алһа,
Белеп ҡуй -
яратмай,
Белеп ҡуй -
яратмай
Юлында
торғанды,
Ҡағиҙә
боҙғанды!
Тәгәрмәс
дың-дың-дың,
Ҡыңғырау
зың-зың-зың:
Һаҡлана күрегеҙ!


2012